Беҙҙә ҡунаҡта- цирк!
7 августа 2025
Беҙҙә ҡунаҡта- цирк!
Бөгөн Табылды ауылы мәҙәниәт йорто бала-сағаларҙың шат тауышына күмелде, сөнки уларға ҡунаҡҡа клоун, өйрәтелгән хайуандар, ысын питон килде!Һәр бер бала хайуандарҙы тотоп ҡараны, улар менән иҫтәлекле фотоға төштө. Ә фойела йәнең теләгән уйынсыҡтар, тәмлекәстәр һатылды. Шулай уҡ бәхетле билеттар отошо үткәрелде.
Балаларға ҡунаҡтарҙың бар сығыштары ла оҡшаны, көлә- көлә,шатланып ҡул сабып, ихлас ҡараны тамашаны бәләкәстәр. Ә һуңынан инде һәр береһе шәкәрле мамыҡ һатып алып күтәреңке күңел менән өйҙәренә таралыштылар.
