Уйын — күңелгә ҡыуаныс
25 июля 2025
Уйын — күңелгә ҡыуаныс, йыуаныс бирә торған шөғөл. Уйын кешенең күңел асыу, буш ваҡытты үткәреү, эске көсөргәнешлекте бөтөрөү һәм ҡайһы бер өлкәлә һәләтте үҫтереү өсөн үткәрелә. Балаларҙы тәрбиәләүҙә уйындар айырыуса ҙур урын тота. Уйын улар өсөн донъяны танып белеү сараһы, хеҙмәт мәктәбе һәм һәр яҡлап гармониялы үҫеү сығанағы. Ысынлап та, уйнаған саҡта бала өҙлөкһөҙ хәрәкәттә була, ә был хәл инде уның бөтә яҡлап йылдам үҫеүен тәьмин итә.
22 июлдә 15 сәғәттә спорт майҙансығында балаларҙы халҡыбыҙҙың күп төрлө уйындары менән таныштырыу маҡсаты менән башҡорт милли уйындар уйнатылды.»Буш урын» , «Энә,еп» ,»Һәпәләк» , » Бесәй,сысҡан»,»Туҡта»,» Көршәк» һәм башҡа уйындар ҡағиҙәләре менән танышып,уйнап күңел асты балалар.Балалар уйнап туйғас, тәмлекәстәр менән һыйланып ,күтәренке күңел менән таралаштылар.
