«Әлләсе» уйыны уйнатылды
28 апреля 2025
Бөгөн мәҙәниәт йортонда милли кейем көнөнә арналған интеллектуаль уйын. «Әлләсе» уйыны уйнатылды. «Әлләсе»нең серҙәренә, айышына Табылдылар нығыраҡ төшөнә баралар. Был уйын уларҙың яратҡан уйындарының береһенә әйләнде. Уйын юҡҡа ғына милли кейем көнөндә үткәрелмәне, сөнки уйын тел байлығы, иғтибарлылыҡ, етеҙлек, шуҡлыҡ талап итә. Рәхмәт бар мәшәҡәттәрен ташлап килгән ауылдаштарыбыҙға! Афариндар! Теле барҙың ғына иле бар! Иле барҙың үткәне , тарихы һәм кейеме бар.Телебеҙҙе,милләтебеҙҙе юғалтмайыҡ, данлайыҡ!
