• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Салют Победы / Табулды

15 апреля 2025

Районыбыҙҙа 3 апрельдән «Еңеү салюты» исемле хәрби патриотик ижади -хәйриә фестивале старт алды.
Был фестиваль беҙҙең ауыл биләмәһендә 11 апрель үтте. Сығышыбыҙҙы «Еңеү яҙы» исемле театрлаштырылған тамаша менән асып ебәрҙек. «Илһам» ирҙәр вокал ансамбле»Ҡайтманығыҙ» йыры менән яуҙа ятып ҡалғандарҙы иҫкә алды.
Һуғыш йылдарында ла һүнмәгән. мөхәббәт тураһында Альбина Кагарманова, Радмир Вахитов башҡарыуында «Торналар», Айбулат Йосоповтың» Эх,дороги..» йырҙары башҡарылды.
Илебеҙ тарихында тәрән эҙ ҡалдырған — Афғанстан темаһына бағышланған Р.Хакимов репертуарынан алынған «Кандагар» йырын да «Илһам» ирҙәр вокал ансамбле тамашасы күңеленә еткерә алды. МХО бүлегенә арналған бүлекте ауылыбыҙҙың шағирә- яҙыусыһы үҙенең яҙған «Әсә йөрәге» исемле шиғыры һәм уның ошо шиғырына (Айҙар Латыпов көйө)яҙылған йыры менән асып ебәрҙе. Унан был блокты Венера Байгузина «Еңеп ҡайтығыҙ», Фәнирә Латыпова «Иҫән һау ҡайтығыҙ», Айбулат Йосопов «Башҡортостан егеттәре», «Шәфәҡ»ҡатын ҡыҙҙар вокал ансамбле «Армияға китте улҡайым» йыры менән дауам иттеләр. Шулай ук һуғыштан һуңғы йылдарҙа,ауыр йылдар булыуға ҡарамаҫтан уйын — көлкө тынмағанын урындағы «Яңғыҙ сағыл » халыҡ театры артистәре «Киске уйын » куренеше менән һүрәтләне. Был уйында «хәбәрһеҙ юғалған » ҡурайҙа уйнап Салауаттың ҡайтып төшөү күренешен дә артистәр бик оҫта итеп күрһәтә алдылар. Фестивальдең аҙағында Рәсәй махсус хәрби операция символы — чебурашканы Күндрәк ауыл хакимиәте башлығы Земфира Мөнир ҡыҙы Ишембетова Ҡабаҡҡыуыш ауыл биләмәһенә уңыштар теләп тапшырҙы .
Сығышыбыҙ «Шайморатов оноҡтары» исемле йыр менән тамамланды. Ошо хәйриә концерт — фестивален үткәрешеүҙә ярҙам иткән барлыҡ кешеләргә лә ҙур рәхмәт беҙҙе белдерәбеҙ. Был хәйриә концертыбыҙ Еңеү таңын яҡынлатыуға бер этәргес — ярҙам булыр тигән яҡты өмөттә ҡалабыҙ!