Киске уйын
10 марта 2025
Алдағы постарҙа әйтеүемсә,Табылдылар ҡатын — ҡыҙҙар 23 февральгә ир- аттарға байрам концерты,ә ир- егеттәр ҡатын- ҡыҙҙарға байрам концерты әҙерләү йолаға әүерелде.Быйылғы йыл да ошо йоланан тайпылманы ир- егеттәребеҙ.
Быйыл байрам «Киске уйын» фольклор күренеше менән башланып китте.
Унан ир- егеттәр «Йырҙарыбыҙ һеҙҙең өсөн, гүзәл заттар!» концерт программаһын дауам итте.
Концерт бик йәнле: скетчтар,йырҙар,бейеү менән үрелеп барҙы.
Ир-егеттәрҙең сығышын халыҡ аяғүрә тороп алҡышланы.
Афариндар,ир- егеттәребеҙ!
