«Әлләсе» телевизион уйыны уйнатылды
5 марта 2025
Яҙҙың тәүге көнө — тереклеккә һулыш, яңы тормош бөрккән үҙе бер башланғыс, уяныу миҙгеле.
Һуңғы йылдарҙа марттың тәүге көнө уяныу миҙгелен асыусы көн генә түгел,ә республикабыҙҙа башҡорт ғаиләһе көнө итеп билдәләнә башланы.Был бик яҡшы башланғыс!
Милләтебеҙҙең аҫыл ,күкрәк һуғып ғорурланырҙай ғаиләләре бик күп. Шундай ғаиләләрҙе күтәреү,күбәйтеү маҡсаты менән билдәләнгәндер ҙә инде был байрам.
Бөгөн беҙҙең ауыл мәҙәниәт йортонда ла ошо байрамды билдәләү маҡсатында ғаиләләр йыйылып «Әлләсе» телевизион уйыны уйнатылды. Уйын барыһының да күңеленә хуш килде.
Был байрам «Ғаилә,Мөхәббәт һәм Тоғролоҡ байрамы.Милләтебеҙҙең ошондай бер- береһенә, тыуған иленә, тыуған еренә тоғро,мөхәббәтле ғаиләләре булғанда милләтебеҙ йәшәйәсәк әле!
