Һау бул йәй!
30 августа 2024
Йәйҙең һуңғы көндәрендә Ҡунаҡҡа ҡайтҡан балалар менән Табылды ауыл мәҙәниәт йортонда йәйге миҙгелде ябыуға арналған «Һау бул йәй!» конкурс-уйын программаһы үткәрелде. Программаға йомаҡтар, эстафеталар, конкурстар, йәй темаһына викториналар индерелде! Малайҙар йәйҙе нисек үткәреүҙәре, йәй тураһында йомаҡтар табыуҙары тураһында тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Бөтә хәрәкәтсән уйындарҙы оҙатып барған күңелле музыка балаларға байрам кәйефен тыуҙыра. Балалар энергия менән тулыланып, яҡшы кәйеф, көс — дәрт алып мәктәпкә әҙерләнергә ҡайтып китә.Тағы ла тыныс күк аҫтында,матур йәй айында осрашҡанға тиклем! Барығыҙға ла уңыштар!
