Изге эштар көнө
27 августа 2024
Ауылыбыҙҙа «Изге эштар көнө» үтте.Был көндө беҙ олатай — өләсәйҙәренә ҡунаҡҡа ҡайтҡан балалар менән бергәләп ауылыбыҙҙы сүп-сарҙан таҙарттыҡ. . Балалар тирә-яҡ мөхитте таҙа тотоу, тәбиғәтте һаҡлау бик мөһим, яуаплы эш икәнен беләләр,ләкин ауылыбыҙ йәй буйына ошо уҡ балаларҙың үҙҙәре тарафынан бысратылып сүп ояһына әүерелеп киткән ине.
Экология проблемаһы бөгөн көнүҙәк мәсьәлә, сөнки тәбиғәттең таҙалығы беҙҙең һаулыҡҡа, киләсәк тормошобоҙға ҙур йоғонто яһай.
