Милли кейем көнө
10 сентября 2025
Башҡортостанда Милли кейем көнө йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә.
Был байрам – халыҡтарҙың йолалары, тарихы һәм мәҙәниәтенә хөрмәт күрһәтеү, йәш быуынға халҡыңдың мәҙәни байлығы ҡиммәтен аңлатыу мөмкинлеге ул. Балаларыбыҙ тарихты яҡшы белһен өсөн, уларға булған белемде тапшырырға кәрәк.
