Ҡарҙар ирей, һыу таша
23 марта 2026
Ҡарҙар ирей, һыу таша,
Талдар бөрөһөн аса.
Ҡарҙар ирей, һыу таша,
Талдар бөрөһөн аса.
Эх, күңелле яҙ килә,
Ҡояш нурҙарын һибә.
Эх, күңелле яҙ килә,
Ҡояш нурҙарын һибә.
Наурыз – башҡорт һәм башҡа күп халыҡтарҙың яҙҙы ҡаршылау байрамы.
Борон йыл яҙ башынан башланған. Уны халыҡта буранай тип тә йөрөткәндәр. Наурыз халҡының иң изге байрамдарының береһе. Ул – яҙғыһын көн менән төн тигеҙләшкән мәлдә үткәрелә. Наурыз һүҙе яңы йыл тигәнде аңлата. Халыҡ ҡышҡы һыуыҡтан имен-һау ҡотолоп, йәйләүгә сығыуына шатланып, байрам үткәрә. Был көндө бай табын менән, таҙалыҡта һәм татыулыҡта ҡаршылау зарур.
Наурузбикәне ҡаршы алып, уның теләктәре тыңланылды. Артабан төрлө уйындар үткәрелде, яҙ тураһында йырҙар йырланылды, хороводта әйләнделәр.
Наурузбикә ҡатнашыусыларға кәнфиттәр тапшырҙы.
Байрамдың символы — шыттырылған бойҙай. Ул илебеҙгә именлек, тыныслыҡ, мул уңыш теләй.
