• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Әйҙәгеҙ, дуҫтар, йырлайыҡ бергә!

12 марта 2026

11 мартта Ибраҡай ауыл мәҙәниәт йортонда «Әйҙәгеҙ, дуҫтар, йырлайыҡ бергә!»- тип исемләнгән йыр- моң кисәһе үтте.

Һәр ваҡыттағыса, был ял кисәһенә лә алдан ҙур әҙерлек үткәрелде:махсус ҡунаҡтар саҡырылды, улар тураһында презентациялар эшләнелде,тамашасылар өсөн сағыу белдереүҙәр эленде.

Бына көткән сәғәт етте: кисә композитор Рим Хәсәновтың «Бүләк» йыры менән асылып китте.

Йыр! Өс кенә хәрефтән торған ябай бер һүҙ!

Нимә һуң ул йыр?

Йыр — кешенең күңел торошо, рухи булмышы. Һәр кешелә ниндәйҙер моң йәшәй, ул кешене ҡанатландыра, ҡыуанғанда күктәргә аштыра, ҡайғы- хәсрәт килгәндә йыуата. Йыр- моң илата ла, көлдөрә лә, ул — кешенең мәңгелек юлдашы.

«Сәңгелдәктән алып һуңғы һулышҡаса

Юлыңды йыр менән үтәһең,»- ти йырсы- шағир Н. Нәжми.

«Бер йыр йырланған был өйҙә

Бәпесте йоҡлатҡанда,

Шул йыр йырланған уны

Ҙур юлға оҙатҡанда»,- ти халыҡ шағиры М.Кәрим.

Һуңғы юлға оҙатҡанда ла көйләп доғалар уҡыла, улар ҡолаҡҡа илаһи моң булып ишетелә.

Был йыр кисәһен «Бер йәшлектә, бер ҡартлыҡта»,-тип атаһаң да дөрөҫ булыр ине, сөнки сарала ҡатнашҡан тамашасы- артистар үҙҙәрен экранда күрһәтелә барған фото, видеоларҙа күреп берсә көлдөләр, берсә иланылар: тырышып — тырышып сәхнәлә йырлаған бәләкәс кенә «артисты» бөгөнгө күҙлектән ҡарап ултырыусы 50-60 йәштәге үҙҙәре менән сағыштырып, бала саҡтарына ҡайтып уранылар.

Һәр кеше үҙенсә йырлай, йырламаған кеше булмай, иң моңһоҙ тигән кешенең дә үҙенең бер нисә йыры була: мөңрәп кенә үҙалдына йырлап йөрөүселәрҙе күргәнегеҙ- ишеткәнегеҙ барҙыр, ҡайһылары эстән генә йырлап йөрөйҙәр. Һәр кем үҙ ғүмерендә бер булһа ла сәхнәгә сығырға хыяллана, яратҡан йырсыларына табына, концерттарына йөрөй.

Был кисәлә ҡатнашыусылар үҙҙәренең ошо хыялдарын тормошҡа ашырҙылар, яратҡан, күңелдәренә моң булып һеңгән йырҙарын йырланылар, шиғырҙар уҡынылар.

Ҡатнашыусылар үҙҙәренең йырҙарын биҙәп, һәр бер теләген, ым — ишараһын аңлап торған,үҙе лә ҡушылып йырлап торған махсус ҡунаҡ — Рөстәм Ғәлиевҡа ысын күңелдән рәхмәт һүҙҙәрен яуҙырҙылар.

Кисә мәңге онотолмаҫлыҡ булып хәтерҙәргә кереп оялаған йырҙарҙы күмәкләшеп йырлау менән тамамланды.

Киләсәктә бындай кисәләрҙе йышыраҡ үткәрергә ниәт итеп,ҡатнашыусылар тағы ла күберәк булыр тигән өмөт менән, «урынаш»ашап, тәмләп сәйҙәр эсеп, күңелдәренә йыр- моң тейәп, ҡәнәғәтләнеп таралыштылар.