• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

1 октябрь — ололарҙы хөрмәтләү

13 октября 2026

1 октябрь — ололарҙы хөрмәтләү, айырым иғтибар биреү көнө итеп билдәләнә беҙҙә.
Ошо байрам айҡанлы, быйыл да республика «Айыҡ ауыл» бәйгеһенең муниципаль этабында ҡатнашыусы айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барырға ынтылыусы ,Табылды ауылы халҡы мәҙәниәт йортона йыйылды .
Мәғлүм булыуынса, тәҙрәләр алмаштырыла башлағайны. Әммә эш барышы байрамға һис ҡамасауламаны. Киреһенсә, ППМИ — ға ҡушылып, дөрөҫ эшләгәнбеҙ, тырышлығыбыҙ бушҡа булманы, тип шатланып ултырҙы байрамға килеүселәр.
Ә байрам, ысынлап та, бик шәп булды. Зал зауыҡлы итеп биҙәлгән : күңелдәрҙе күтәрерлек һүҙҙәр яҙылған плакаттар, ауыл тормошон сағылдырған стендтар байрам кәйефен күтәрҙе. Клуб хеҙмәткәрҙәре, үҙебеҙҙең артистар эстәлекле программа менән ҡыуандырҙы. Ололарҙың йәшлегендә яратып йырлаған йырҙар бер кемде лә битараф ҡалдырманы: ҡушылып йырлап, ихлас ҡул сабып ултырҙы ҡунаҡтар. Ауыл советы етәксеһе Земфира Мөнир ҡыҙының сығышы, депутатыбыҙ Венера Нурияновнаның бүләктәре ололарҙың күңеленә хуш килде. Земфира Мөнир ҡыҙы , мәҙәниәт йортоноң ауыл халҡының әүҙемлеге өсөн район башлығы исеменән бирелгән рәхмәт хаты тапшырып китте.
Кешегә бер йылы һүҙ етә тигәндәре бик дөрөҫ : үткән тормош юлының һөҙөмтәләрен күреүселәр бары йәшәүгә дәрт өҫтәй бит!
Байрам программаһында бик үҙенсәлекле момент шул булды: алып барыусылар өлкәндәргә төрлө һорауҙар биреп, йәшлек йылдарын, иң ҡәҙерле осорҙарын иҫкә төшөрөргә ярҙам иттеләр. Бик йәнле һөйләшеү килеп сыҡты!
Дуҫтарса һөйләшеү, йырлашыу тәмле һәм бай сәй табыны артында ла дауам итте
Ғөмүмән, был көндө ауылдаштар кәйефтәре күтәрелеп, артабан ошондай сараларға мотлаҡ йөрөргә кәрәк, ауылыбыҙ йәшәйәсәк әле тип дәртләнеп таралды.
Клуб тәҙрәләрен алыштырып йөрөүсе егеттәрҙең инструмент тауыштары ла бер моң булып ишетелде хатта! 😊