• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

День Республики Башкортостан в Табулды

13 октября 2026

11 октябрҙә, беҙ республикабыҙҙың иң мөһим байрамдарының береһен билдәләйбеҙ! 36 йыл элек, 1990 йылда, Башҡортостандың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул ителде — был ваҡиға илебеҙ яҙмышында яңы бит асты.
Республика » Айыҡ ауыл» бәйгеһенең муниципаль этабында ҡатнашыусы , айыҡ һәм сәләмәт тормош алып барырға ынтылыусы Табылдыла быйылғы байрам дуҫтарса йылы, мөхиттә үтте. Байрам программаһы олоһона ла, кесеһенә лә берҙәй оҡшаны:
🏃‍♂️ Көҙгө кросс байрамға килгәндәрҙе көс-дәрт һәм спорт сәме менән һуғарҙы! Стартҡа уҡыусылар ҙа, өлкәндәр ҙә сыҡты — сәләмәт тәндә сәләмәт рух йәшәүен иҫбатланылар. Еңеүселәрҙе алҡыштар көттө, татлы приз ә барлыҡ ҡатнашыусыларҙы — шәп кәйеф!
☕ Байрам сәйе сараның йөрәгенә әүерелде. Бал һәм төрлө, тәмле ләүәш менән хуш еҫле башҡорт сәйе барыһын да бер табынға йыйҙы.Тәмле сәй табыны артында йәмле һәм йәнле аралашыу дауам итте.
Бындай байрамдар тағы ла бер тапҡыр беҙҙең көс — берҙәмлектә икәнен иҫбатлай.
Илебеҙҙә һәм һәр йортта тыныслыҡ, етешлек һәм именлек хөкөм һөрһөн! Байрам менән! Ҡалған фотоларҙы vk.ru/album-66526508_31219… ошо🤞һылтанма буйынса ҡара алаһығыҙ.