• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Балаларҙы яҡлау көнө

2 июня 2026

Беренсе июнь, балаларҙы яҡлау көнө бәләкәстәрҙең шат тауыштарынан, дәртле бейеүҙәрҙән, йырҙарҙан һәм уйындарҙан гөрләп торҙо. Йәмле йәйҙең тәүге көнө балаларға көтөп алынған йәйге ялдарҙы – каникулдарҙы ла алып килде. Балалар күңелдәре булғансы ҡунаҡҡа килгән «Антошка» менән төрлө ҡыҙыҡлы уйындар уйнанылар, тәмлекәстәр менән һыйланды. Эшҡыуар Ғазинур Багаутдинов кескәй дуҫтарын туңдырма менән ҡыуандырҙы. Балаларҙың шат тауышы тынмаһын,күк йөҙө аяҙ булһын!Һәр көнөбөҙ бәхеткә тулы булһын! Бәхет, сәләмәтлек, именлек теләйбеҙ!