• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Эх, мунсаның шифалы эҫеһе, Һинән дә шәп ниндәй дауа бар!

2 июля 2026

«Эх, мунсаның шифалы эҫеһе, Һинән дә шәп ниндәй дауа бар! Йүкә йыуғыс, хуш еҫле миндеге Табиптан да артыҡ дауалар» тип таҡмаҡлап , Фирүзә Хөсәйенова хуш еҫле миндек бәйләү серҙәрен асты балаларға Миндекте мәтрүшкә,һары мәтрүшкә,йүкә сәскә атҡан осорҙа йүкә ботағын ҡушып,имәндән,әрем ҡушып бәйләргә була икәнен балалар ауыҙ асып тыңланылар.Тыуған еребеҙҙең ер еләге өлгөргән, ҡоштар һайраған хозур тәбиғәте ҡосағында хуш еҫле үлән сәйе эсеп рәхәтләнеп ял итеп ҡайтты балалар һәм Ағинәйҙәр.Рәхмәт һеҙҙең барығыҙға ла !Һәр ваҡыт шулай дәртле,һау, сәләмәт, булығыҙ!