Табылды ауылында «Айыҡ ауыл- 2026» сиктәрендә «Дуҫлыҡ байрамы»нда ҡатнаштыҡ
24 февраля 2026
21 февралдә Табылды ауылында «Айыҡ ауыл- 2025» сиктәрендә «Дуҫлыҡ байрамы»нда ҡатнаштыҡ. Табылдылылар байрамға ентекле әҙерләнгән: тирмә ҡоролған, спорт уйындары ойошторған, мәҙәниәт йорто эсендә мастер-кластар күрһәтелде. Беҙ ҙә ситтә ҡалманвҡ. «Ибраҡай таңдары» ансамбле ҡыҙҙары менән ҡул эштәренән, башҡорт милли ризыҡтарынан күргәҙмә әҙерләнек, йырҙар йырлап, дуҫлыҡ хороводында ҡатнашып, күңел асып ҡайттыҡ.
Байрам аҙағында барлыҡ ҡатнашыусыларға ла Күндрәк ауыл хакимиәте башлығы Ишембитова Земфира Мөнир ҡыҙы тарафынан рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырылды.

