• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Айыҡ ауыл- 2026

24 февраля 2026

21 февралдә Табылды ауылында «Айыҡ ауыл- 2026» сиктәрендә «Дуҫлыҡ байрамы»нда ҡатнаштыҡ. Табылдылылар байрамға ентекле әҙерләнгән: тирмә ҡоролған, спорт уйындары ойошторған, мәҙәниәт йорто эсендә мастер-кластар күрһәтелде. Беҙ ҙә ситтә ҡалманвҡ. «Ибраҡай таңдары» ансамбле ҡыҙҙары менән ҡул эштәренән, башҡорт милли ризыҡтарынан күргәҙмә әҙерләнек, йырҙар йырлап, дуҫлыҡ хороводында ҡатнашып, күңел асып ҡайттыҡ.
Байрам аҙағында барлыҡ ҡатнашыусыларға ла Күндрәк ауыл хакимиәте башлығы Ишембитова Земфира Мөнир ҡыҙы тарафынан рәхмәт хаттары һәм бүләктәр тапшырылды.