Ибракай / Ватанды һаҡлаусылар көнөнә
24 февраля 2026
💥Ибраҡай мәҙәниәт йортонда эшләп килгән ансамблдәр сығышы.
💥Ватанды һаҡлаусылар көнөнә, Рәсәйҙә халыҡтар берҙәмлеге йылын, Башҡортостанда ҙур һәм татыу ғаилә йылын асыуға арналған «Ибраҡай таңдары», «Илһам», «Гөлнәзирә» ансамблдәре ҡатнашлығында ҙур концерт булды.
Өс өлөштән торған программа сәғәт ярым барҙы.
Бигерәк тә айырым башҡарыусы йырсылар: Мөхәмәтйәнова Хәлиҙә, Хөбөтдинова Земфира, Харисова Зөһрә, Габдуллина Лилиәнең моңло йырҙары, Флүрә Насырова, Зөлфирә Хусаинованың нәфис һүҙе, Самира һәм Әмир Сиразовтарҙың бейеүҙәре, Әнисә Мөхәмәтйәнованың мари бейеүе, «Илһам» малайҙар вокаль ансамбленың йырҙарын көслө алҡыштарға күмделәр.
Концертты алыштырғыһыҙ Дилара Сафаргалиева алып барҙы, пульт артында Гөлшат Хоҙайбирҙина булды.
