• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Еңеүҙең 80 йыллығына арналған миҙал тапшырылды

19 марта 2025

Бөгөн ауыл хакимиәте башлығы Земфира Мөнир ҡыҙы Ишембетова һәм Ветерандар советы етәксеһе Люциә Зөфәр ҡыҙы Абдрахманова менән ауыл биләмәһендә һанаулы ғына ҡалған тыл ветерандарына, Еңеүҙең 80 йыллығына арналған миҙал тапшырылды.
Һеҙҙең фиҙаҡәр хеҙмәтегеҙ өсөн, һеҙҙең алда баш эйәбеҙ, хөрмәтле тыл ветерандарыбыҙ! Тағы ла күп Еңеү көндәрен күрергә яҙһын үҙегеҙгә!