БЫЙМА байрамы үтте
7 февраля 2025
Бөгөн 6 февралдә Иҫке Ҡалҡаш ауылы мәҙәниәт йорто алдында «БЫЙМА» байрамы үтте. Йылы, йомшаҡ быймаларҙы һәр кем кейеп үҫкәндер. Әлеге көндә лә, һыуыҡ ҡыш айында олоһо ла, кесеһе лә быйма кейә. Байрамға килеүсе ауылдаштарыбыҙ быйманың кеше сәләмәтлегенә ҙур йоғонто яһауына тағы ла бер тапҡыр ышанды. Байрам төрлө уйындар, концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Ауыл халҡы ойоштороусыларға рәхмәт әйтеп, тәмләткестәр менән самауыр сәйе эсеп, ҡәнәғәт булып таралышты.
