• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Ҡунаҡ ашы ҡара ҡаршы

3 февраля 2025

Бына тағы бер матур осрашыу булды. 31 ғинуарҙа Иҫке Ҡалҡаш ауылы мәҙәниәт йортоноң һәүәҫкәр артистары, ҡунаҡ ашы ҡара ҡаршы тип, Ибракай халҡына музыкаль бүләк әҙерләп алып барҙылар. Шулай итеп ике ауыл араһында дуҫлыҡ күпере ҡалҡып сыҡты. Ибракай ауыл халҡының хәтерендә был онотолмаҫ, күңелле осрашыу оҙаҡ һаҡланыр. Ошондай осрашыуҙар ауылдарыбыҙҙың бөтмәҫенэ, киләсәктә уларҙың күтәрелеренә ышыныс уятыр. Ауылдарыбыҙ сабыйлы, телле, моңло, ҡотло, ырыҫлы булып оҙаҡ йылдар йәшәһен.