Өлкән йәштәгеләрҙе һәм уҡытыусыларҙы байрамдар менән ҡотлап концерт ойошторолдо
10 октября 2024
Өлкән йәштәгеләрҙе һәм уҡытыусыларҙы байрамдар менән ҡотлап концерт ойошторолдо. Иң беренсе һүҙҙе райондан килгән вәкил Эльбина Самат ҡыҙы алды.
Оло йәштәгеләр үҙҙәре эшләгән урындарҙан бүләктәр алып ҡыуандылар. Уҡытыусыларҙы Первомайский урта мәктәбе директоры Каримов Минәхмәт Әхмәтгәрәй улы, балалар баҡсаһында эшләп ялға киткән тәрбиәселәрҙе Сәфәрғәлиева Зәкиә Шакир ҡыҙы, китапханасыларҙы Насирова Флүрә Хайбулла ҡыҙы, колхозсыларҙы «Заря» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте исеменән Габитова Айгөл Рафаэль ҡыҙы, фермер Яҡупов Айбулат Эдик улы ҡотлап, бүләктәр тараттылар.
Ауылыбыҙ ҡыҙы, сәскәләр хужабикәһе Светлана Абдулла ҡыҙы, үҙенең исеменән уҡытыусыларҙы сәскә гөлләмәләре менән бүләкләне.
Ҡотлауҙар менән бергә концерт номерҙары үрелеп барҙы. «Ибраҡай таңдары» фольклор ансамбле, «Тирәктәр» ҡатын-ҡыҙҙар вокаль ансамбле, «Гөлнәзирә» бейеү ансамбле, Хәлиҙә Мөхәмәтйәнова, Земфира Хөбөтдинова, Зөлфирә Хөсәйенова, Флүрә Насирова, әсәле- уллы Эмма һәм Мурат Габдуллиндар башҡарған йыр, бейеү, шиғырҙар күңелдәргә хуш килде.
Аҙаҡтан байрам сәй табынында дауам итте. Сәй табынына барыһы ла тәмлекәс-күстәнәстәр алып килгән. Алып киленгән аҙыҡтарҙы, матурлап, телеп, әҙерләп, тәмле итеп сәй яһап тороусы- ул беҙҙең Наилә Ғәлиева. Афарин уға! Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, бәхетле ғүмер теләйем.
