• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Бөгөн Республика көнөнә һәм ауыл хужалығы эшсәндәре көнөнә арналған концерт булды

10 октября 2024

Бөгөн Республика көнөнә һәм ауыл хужалығы эшсәндәре көнөнә арналған концерт булды. Рәсәй Федерацияһы һәм Башкортостан республикаһы гимны менән башланып китте концерт.
Республика көнө менән ҡотлап Стәрлебаш мәҙәниәт йортонан Эльбина Самат ҡыҙы сығыш яһаны. Ул әүҙем ҡатнашыусыларға: Рәжәпова Ләлә, Хөбөтдинова Земфира, Харисова Зөһрә, Яҡупова Гөлфиәгә рәхмәт хаттары һәм бүләктәр таршырҙы.
Һүҙҙе «Заря» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Ҡорбанғәлиев Ғәфүр Мөхәмәтвәли улы алды. Ул һауа шарттары бер аҙ ҡамасаулауы, шулай ҙа эшселәрҙең тырыш булыуҙары тураһында әйтеп китте, алдынғыларҙы билдәләне.
Артабан концерт номерҙары хеҙмәт ветерандарына, комбайнерҙарға, механизаторҙарға, ырҙын табағында эшләүселәргә, ашнаҡсыларға бағышланды.
Сығыш яһаусыларҙы тамашасылар алҡыштарға күмделәр.