Байрам рухы
9 сентября 2024
Башҡортостан башлығын һайлау ҙур ойошҡанлыҡ менән уҙҙы. Ҡыҙыу эш мәле булыуға ҡарамаҫтан халыҡ мәҙәниәт йортона ағылды, сөнки унда йәрминкә гөрләй ине. Һәр ерҙә берҙәмлек, байрам рухы һиҙелә. Мәҙәниәт йортонан ағылған музыка байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Табылды ауылында уҙған ауыл йәрминкәһендә һайлауҙан ҡайтыусылар сифатлы тауар алып, туғандары һәм таныштары менән осрашып, аралашып, байрам концерты ҡараны. Һәр ерҙә берҙәмлек, байрам рухы һиҙелә ине.
