• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Мөғжизәләр яланы

18 августа 2026

Кем генә телевизион уйын » Мөғжизәләр яланы» уйынында ҡатнашыу тураһында хыялланмай икән?! Был балаларҙың да, ололарҙың да хыялылыр! Бөгөн ауылға ҡайтҡан ҡунаҡ балалар менән ошо хыялдарын , бәләкәй ауыл сиктәрендә булһа оа, тормошҡа ашырҙыҡ. Уйынсылар «һорау-яуап» ярҙамында һайлап алынды. Уйындың төрлө мәлдәре булды: ике шкатулка, приз секторы, ҡара йәшник, йәмғеһе уйындың шарттары үтәлде. Балаларға уйын бик оҡшаны. Һәр өс уйынсыға, финалсылары һум супер уйынсыға бүләктәр тапшырылды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙер балаларҙың ҡулынан телефон төшмәй, ә был осрашыу улар өсөн, бер береһе менән аралашыу, үҙ аң кимәлен күрһәтеү, уйындан ҡәнәғәтлек алыу кеүек ыңғай тойғолар бирҙе.