• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосына арналған сара

19 июня 2026

Мәктәп көндөҙгө лагерында тәрбиәләнеүсе балалар Первомайский йәмәғәт үҙәгендә булды. Бында улар ысын мәғәнәһендә боронғо риүәйәттәр донъяһына сумған! Диана Леонид ҡыҙы һәм Зенфира Сафа ҡыҙы «Урал батыр» башҡорт халыҡ эпосына арналған сара үткәрҙе. Балаларҙы әкиәтсе (башҡорт кейемендә) ҡаршы алды. Уларҙы тематик күргәҙмә менән таныштырҙы. Улар презентацияны ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡараны, эпостың сюжеты, уның батыр геройҙары, изгелек менән яуызлыҡтың көрәше хаҡында хикәйәләр тыңланы. Артабан, викторинала белемдәрен тикшереп, халыҡ уйындарында ҙур теләк менән ҡатнаштылар. Урал батыр әмерҙәрен хор менән һөйләнеләр. Сара фәһемле лә, күңелле лә булды. Осрашыуҙың иң юғары нөктәһе булып «Шаг вперед» хореография коллективы башҡарыуында «Хомай» бейеүе торҙо. Ҡыҙҙар уны матур, йәнле, әсир итеп башҡарҙы — балалар тын алыуын ҡыҫып ҡарап торҙо, һуңынан күкрәп алҡышланы. Уҡытыусылар һәм балалар ойоштороусыларға сикһеҙ рәхмәт һүҙҙәрен еткерҙе! Диана Леонид кыҙы менән Зенфира Сафа ҡыҙы үҙҙәренең йылы ҡаршы алыуҙарын, мауыҡтырғыс хикәйәләрен, ысын мәғәнәһендә байрам итеүҙәрен белдерҙе. Бындай осрашыуҙар күңел асыу ғына түгел, балаларҙа үҙ халҡының йолалары, тарихы, мәҙәниәте менән ҡыҙыҡһыныу уята. Ә был баһалап бөткөһөҙ! Ваҡыт осоп китте, сара балалар күңелендә оҙайлы эҙ ҡалдырыр тип ышанабыҙ. Беҙ ышанабыҙ, хәҙер күптәр «Урал батыр» эпосын ҡабаттан уҡырға, башҡа риүәйәттәрҙе өйрәнергә теләйәсәк. Әкиәтсенән айырылышыу һүҙе: Афарин, балалар! Һеҙ республикабыҙҙағы иң көслө, етеҙ балалар! Ысын батыр булыр өсөн көслө, етеҙ, ҡыйыу ғына түгел, тыуған төйәгеңде яратырға, илеңдең, йәшәгән ереңдең тарихын белергә кәрәк! Туған телеңде бел! Халҡығыҙҙың йолаларын ихтирам итегеҙ! Башҡа милләт кешеләренә ихтирам менән ҡарағыҙ! Изге күңелле, йәлләүсән, әҙәпле булығыҙ! Көсһөҙҙәрҙе һаҡлағыҙ! Яҡшы дуҫ бул! Өлкәндәрегеҙҙе хөрмәт итегеҙ, уларға ярҙам итегеҙ! Ә һуңынан изге күңелле, яҡшы кешеләр булып үҫерһегеҙ, БАТЫРҘАР!

Дети, отдыхавшие в пришкольном лагере погрузились в мир путешествий! 

В Первомайском доме культуры состоялось мероприятие по мотивам эпоса «Урал-батыр». Дети примерили костюмы героев, познакомились с тематической экспозицией, посмотрели презентацию и погрузились в сюжет эпоса: о героях, борьбе добра и зла. Затем ребята участвовали в викторинах и народных играх, исполнили песни и танцы.

Самым ярким моментом стало выступление танцевальной группы «Шаг вперед». Его исполнили ярко, эмоционально и трогательно. Зал замер, а потом долго аплодировал.

Спасибо организаторам и учителям! Диана Леонидовна и Зенфира Сафиевна рассказали детям о традициях, обычаях и культуре народа. Такие мероприятия пробуждают любовь к родному краю.

С напутствием беречь и уважать родной язык и обычаи своего и других народов, ребятам пожелали ярких плодотворных каникул.