Семинар уҙҙы
27 июня 2024
Кисә Бузат АУЫЛ МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО базаһында Стәрлебаш районының мәҙәни-ял итеү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн семинар уҙҙы. Уның темаһы булып ауылда балалар һәм йәштәр ялын ойоштороу тора.
Бузаттар «Ғаилә-бәхеткә асҡыс» фестиваль – марафоны сиктәрендә «Бишек йыры» конкурсын башлап ебәрҙеләр һәм хеҙмәттәштәре хөкөмөнә ошо конкурс программаһын тәҡдим итте, ул көҙгә тиклем район масштабында һәр ауыл мәҙәниәт йорто буйынса барасаҡ. Вокал жанры етәксеһе Лилиә тимербаева конкурсҡа ентекле инструкция бирҙе.
Артабан Бузат мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Рәлиф Ғәббәсов Һәм Илмира Сибәғәтуллина беҙҙе урындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейы менән таныштырҙы.
Артабан көн тәртибендә,балалар яҡын ойоштороу өсөн мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре үҙҙәренең эштәрендә ҡулланған,ойошторолған уйындары менән уртаҡлашты.Табылды мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре ололар ҙа,кеселәр ҙә яратып уйнаған өҫтәл уйыны «Әлләсе»уйынын тәҡдим итте,Хеҙмәттәштәрҙең күңеленә хуш килде был уйын,үҙҙәрендә лә уйнатырға тип ҡыҙыҡтылар.
Шулай уҡ Үч — Әсән,Ҡуғанаҡбаш ауылы уңғандарының сигеү, гобелен сигеү буйынса мастер -класстары үтте.
Ғөмүмән алғанда,был семинар беҙҙең өсөн бик әһәмиәтле,файҙалы булды.Үҙебеҙҙең багажға яңы уйындар,бәйгеләр туплап ҡайттыҡ.Һуңынан иҫтәлеккә фотоға төшөп,тәмле сәй табыны артында фекер алышыу дауам итте.
Ошо семинарҙы ойошторған район мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә,Бузат ауыл мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ.Тағы ла иҫәнлектә — һаулыҡта осрашып,тыныс күк аҫтында файҙалы семинарҙарҙа ҡатнашып тәжрибә тупларға яҙһын!
