• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Халҡым теле- сәсән теле

21 февраля 2025

«Халҡым теле- сәсән теле» исемле туған тел көнөнә арналған сараның тәүге өлөшө булып диктант торҙо. Диктантты һәр кем тырышып,ысын күңелдән яҙҙы.Сараның икенсе өлөшө булып ике команда араһында уйын ,тел ярышы торҙо. Бында командалар үҙҙәрен төрлө яҡлап: йомаҡтарға яуап табып,шаян һораүҙарға яуап эҙләп, тыуған еребеҙ,илебеҙ тураһында белемдәрен тикшереп,етеҙлектә,сөслөктә үҙҙәрен һынап ҡаранылар. Сара туған телебеҙҙә «Башҡорт телендә һөйләшәм» йырын башҡарыу менән тамамланды.Ошо матур сарала ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәт белдерәм һәм яғымлы ла, матур ҙа туған телебеҙҙе киләсәк быуынға тукмәй- сәсмәй тапшырыуҙа әүҙем ҡатнашырға саҡырам!