Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ
27 февраля 2024
Ҡәҙерле Ир-егеттәребеҙ! Һеҙҙе Ватанды һаҡлаусылар көнө менән ҡотлайбыҙ! Күк йөҙө һәр ваҡыт аяҙ торһон! Күңелдәрегеҙ тыныс, йөҙҙәрегеҙ яҡты, эштәрегеҙ уң, барыр юлдарығыҙ тигеҙ, уйлаған уй-ниәттәрегеҙ изге булhын! 23 февраль — еңеүҙәр һәм көс-ғәйрәтлелек көнө!
Ватанды һаҡлау — ысын ир егеттәрҙең бурысы. Ә ғаилә — һеҙ һаҡларға тейеш тыуған илдең бәләкәй генә ярсығы. Хөрмәтле ир-егеттәр, һеҙ беҙҙең оло терәге еҙ. Һеҙ беҙгә бөгөнгөһө, иртәгәһе өсөн тыныс һәм ышаныслы булырға ярҙам итәһегеҙ. Ғаиләләрегеҙҙә һәр саҡ татыулыҡ, ырыҫ һәм оло хөрмәт булһын.
Мәҙәниәт йортонда ауыл ҡатын — ҡыҙҙары ҡатнашлығында байрам «Байрамығыҙ менән, Батырҙарыбыҙ!» исемле байрам концерты үтте . Концерт бик бай йөкмәткеле булды. Рәхмәт ҡатнашыусы апайҙарға!
