Главная / Направления работы / ЗОЛОТОЙ ВОЗРАСТ / Хуш еҫле һәм шифалы үләндәр Хуш еҫле һәм шифалы үләндәр 31 июля 2026 Йәйҙең йәмле июль айындағы Ер-әсәбеҙ бүләк иткән ниғмәттәрҙе ҡабул итмәһәк яҙыҡ булыр. Илебеҙҙең хозур тәбиғәтендә ниндәй генә хуш еҫле һәм шифалы үләндәр үҫмәй. Иркен яландарҙағы төрлө төҫтәрҙәге сәскәләрҙән күҙҙәр ҡамаша. Тап ошо мәлдәрҙә Табылды мәҙәниәт йорто активистары менән бер-нисә мәртәбә шифалы үләндәр йыйырға сыҡтыҡ. Ул хуш еҫле кейәү үләне, бөтнөк, туҡыранбаш, һары һәм күк мәтрүшкә, ер еләге япрағы, ҡарағат һәм малина япраҡтары йыйылды! Ошо үләндәрҙе киптереп, сәй тоҡтарына тултырып, махсус хәрби операциялағы яугирҙәребеҙгә оҙатасаҡбыҙ. Ауылыбыҙҙың битараф булмаған халҡы ярҙамы менән, район үҙәгендә ойошторолған һәр бер гуманитар конвойына, аҡсалата буламы, әйберләтә ме,үҙ өлөшөбөҙҙө индерәбеҙ. i (32)i (34)i (33)