3 сентябрь — илебеҙҙә терроризмға ҡаршы теләктәшлек көнө билдәләнелә
5 сентября 2025
Ошо теләктәшлек көнөнән Табылды ауыл мәҙәниәт йорто ла ситтә ҡалманы.Балалар менән терроризмға ҡаршы акция үткәрелде.Балаларға был көндөң тарихы һәм террорсыларҙың кем булыуы һәм уларҙан һаҡланыу саралары тураһында әңгәмә алып барылды,терроризм менән көрәшергә түгел, ә уның барлыҡҡа килеүен иҫкәртергә кәрәклеге тураһында һөйләнелде.
Илебеҙ күге һәр ваҡыт аяҙ булһын, балаларҙың шат тауыштары ғына яңғырап торһон!
