• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Тыныслыҡ балалар күҙлегенән

15 апреля 2025

Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү һәм Ватанды һаҡлаусылар» йылы сиктәрендә Мир глазами детей»( «Тыныслыҡ балалар күҙлегенән «) исемле һүрәттәр бәйгеһе үтте.Был сара балаларҙы үҙебеҙҙең ауыл биләмәһе ерлегенән махсус хәрби операцияла йөрөүсе ир- егеттәребеҙ менән таныштырыуҙан башланды.
Артабан балалар үҙ фантазияларын эшкә егеп һурәттәр төшөрҙө.
Еңеүселәр билдәләнеп татлы приздар менән бүләкләнделәр.
Әлеге ваҡытта һәр кемдең иң ҙур теләге — илебеҙҙә тиҙерәк тыныслыҡ урынлашыуы.Һәм, әлбиттә балалар ҙа ошондай теләк менән яна.Күмәкләп теләгән теләк,һис шикһеҙ ҡабул булыр!