Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ!
24 февраля 2025
Йәмле Стәрле буйында урынлашҡан Ибраҡай ауылында
«Айыҡ ауыл» республика конкурсы сиктәрендә
«Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ!» исемле ҙур спорт һәм мәҙәниәт сараһы үтте
РайоныбыҙҙыңТабылды, Ҡабаҡуш , Елембәт, Ҡалҡаш, Мәҡсүт ауылы ир-егеттәре ҡатнашты.
Утын бысыу, ярыу, өйөү, самауыр ҡайнатыу кеүек бәйгеләр ойошторолдо.
Утын бысыу ярышын район хакимиәте башлығы Рөстәм Камил улы менән Башҡортостан Ҡоролтай етәксеһе,яҡташыбыҙ Данир Ғәйнуллин башлап ебәреүе байрамға мәртәбә өҫтәне.
Беҙҙең ауыл данын Даутов Дамир,Даутов Нияз һәм Айҙар Байгузиндар яҡлап сығыш яһаны.Егеттәребеҙ лайыҡлы ярышып өсөнсө урын яуланылар .Команда диплом һәм иҫтәлекле бүләк менән бүләкләнде.Һәр ҡатнашыусыға түбәтәй ҙә бүләк иттеләр.
Байрам бик йәнле барҙы,бер ерҙә егеттәр ярышһа,икенсе урында уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе,өсөнсө урында ҡунаҡҡа килгән ижади коллективтар күстәнәскә килтергән йыр- бейеү гөрләне,бай йөкмәткеле «Өләсәйем һандығы»күргәҙмәһе лә ҡайнай,халыҡ уйындары уйнатылды.Йәмғеһе,бик ҙур, матур байрам ойошторолған.Ошо матур байрамды юғары кимәлдә ойошторған берҙәм Ибраҡай ауылы халҡына,клуб хеҙмәткәрҙәренә,район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәренә ҙур рәхмәтлебеҙ! Уларға республика бәйгеһендә уңыштар теләп ҡалабыҙ!

