Бөйөк Еңеү көнө
9 мая 2024
Йылдар үтә, быуындар алмашына, әммә Бөйөк Еңеү көнө Ватаныбыҙҙың иң изге һәм иң әһәмиәтле байрамы булып ҡала килә.Беҙ еңеүселәр быуынының ҡаһарманлығы һәм бөтмәҫ-төкәнмәҫ рух көсө тураһында хәтерҙе һаҡлайбыҙ.
Бөтә ветерандарға һәм тыл хеҙмәтсәндәренә, Ватан алдында бурысын үтәгән , уны яҡлаған, тыныс тормош булдырған һәр кемгә баш эйәбеҙ.
Бөйөк Еңеүгә арналған сара тантаналы митинг менән асылды.Митингты асып Күндрәк ауыл хакимиәте башлығы Земфира Мөнир ҡыҙы Ишембетова байрам менән ҡотланы һәм район советы депутаты,»Нур»яуаплылығы сикләнгән хужалыҡ етәксеһе Радик Рафаэль улы Яушев сығыш яһаны.
Урындағы үҙешмәкәр артистар ҡатнашлығында әҙәби — музыкаль сығыш ҡарағандан һуң «Нур» яуаплылығы сикләнгән хужалыҡ етәксеһе ойоштороуында «Һалдат бутҡаһы» нан ауыҙ итте халыҡ.
Был тантаналы һәм яҡты көндә һеҙгә тыныслыҡ һәм изгелек, һаулыҡ һәм именлек теләйбеҙ! Еңеү көнө менән!
