• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

«Донъя — яйы менән, ҡоймаҡ — майы менән»

1 марта 2024

Сәй табыны батшаһы — ҡоймаҡ тураһында кем белмәй икән?! Ҡоймаҡты кем генә яратмай икән!? Һары майға ғына майлап…Мммм….Ҡояштай ҡоймаҡ ҡоям — һары майға сумдырам. «Донъя — яйы менән, ҡоймаҡ — майы менән»
Ҡоймаҡ тураһында нимә беләбеҙ? … Ҡоймаҡ — башҡорт милли кухняһының бер өлөшө. Ул «ҡойоу» һүҙенән алынған.
Ҡоймаҡ менән табын йыйыу — ул электән килгән йола. Бергәләшеп ашағанда ул бигерәк тәмле була. Элек бар табындың дә турендә ҡоймаҡ булған: килен төшкән йорттарға ла ҡоймаҡ тотоп кергәндәр.