Скандинавса йөрөү сыҙамлылыҡты арттыра
12 декабря 2023
Әлеге ваҡытта скандинавса йөрөгән кешеләр күбәйҙе.Таяҡтар менән йөрөү бик файҙалы икәнен хәҙер һәр кем белә.Әгәр йүгергән ваҡытта 300 калорий яндырылһа, скандинавия йөрөшө ваҡытында – 700 калорий! Скандинавса йөрөү сыҙамлылыҡты арттыра, ҡан менән тәьмин ителеште яҡшырта, шәкәр кимәлен нормаға килтерә, ҡан баҫымын тотороҡландыра, матдәләр алмашыныуын әүҙемләштерә. Саф һауала йөрөү стресты кәметә һәм кәйефте яҡшырта.
