• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Иҫке Ҡалкаш ауыл мәҙәниәт йортонда Оло йәштәгелар көнөнә арналған кисә үтте

5 октября 2026

Сәй табыны артында матур, асыҡ йөҙлө, ҙур хеҙмәт юлы үткән апайҙар, ағайҙар концерт ҡарап, һөйләшеп, йырлашып ултырҙы. Уларға арнап матур бейеүҙәр башҡарылды, йырҙар йырланды, ҡурай моңо яңғыраны. Үҙҙәре лә буш килмәгән. Ҡотлошин Фаукат, Хубетдинова Магинур үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын уҡып ишеттерҙе. Ғүмәрова Гәүһәр апай йәшлек йылдарындағы йырҙарҙы йырланы.Уға ҡушылып барыһы ла йырлап ултырҙы.Матди ярҙам күрһәткән фермер егеттәребеҙ Урал Булатов, Әмир, Урал, Арслан Кутлушиндарға айырым ҙур рәхмәт. Эштәрендә уңыштар, ғаилә именлеге теләйбеҙ уларға. Байрам уңайынан тағы бер тапҡыр һәр кемгә имен, тыныс тормош, сәләмәтлек, аяҙ күк йөҙө теләйбеҙ.