Главная / Филиалы / Старокалкашевский СДК / Экскурсияға мәктәп балалары килде Экскурсияға мәктәп балалары килде 26 июня 2026 Иҫке Ҡалҡаш ауылының мәҙәниәт йортона экскурсияға мәктәп балалары килде. Милли кейемдәге өләсәй уларҙы ҡаршы алды һәм ағинәйҙәр бүлмәһенә саҡырҙы. Унда уларҙы өләсәй һандығы көтә ине. Өләсәй ҡасандыр йәш башҡорт ҡыҙына бирелгән ағас һандыҡты күрһәтте. Һандыҡ эсендә ғаилә, хеҙмәт һәм бәхет символы булған әйберҙәр ята. Өләсәй боронғо заманда ҡыҙҙарҙың кейәүгә сығырға әҙерләнеүе, һандыҡта нимә ятҡаны һәм был әйберҙәрҙең ниндәй мәғәнәгә эйә булыуы тураһында һөйләне. Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән тыңланы, ҡайһы берҙәре хатта биҙәүестәрҙе үҙҙәренә тағып ҡараны. Артабан балалар менән тәбиғәт ҡосағына сығып әкиәт тыңланылар һәм боронғо башҡорт уйындарын уйнап рәхәтләнделәр. Осрашыу аҙағында ҡунаҡсыл өләсәй балаларҙы тәм-том менән һыйланы. i (9)i (68)i (67)i (66)i (64)i (10)