• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

1 октябрь- Халыҡ ара оло йәштәгеләр көнө

2 октября 2025

Был дата- оло быуын вәкилдәренең йәше тураһында иҫкә төшөрөү түгел, ә атай — әсәйҙәребеҙгә, һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына, оҙаҡ йылдар намыҫлы хеҙмәттәре өсөн йылы һүҙҙәр әйтеү мөмкинлеге ул.
Иҫке Ҡалҡаш ауылы мәҙәниәт йортонда ла ошо көнгә арналған байрам сараһы үтте. Оло быуын кешеләренә үҙҙәренең рәхмәт һүҙҙәрен, йылы ҡараштарын, иғтибарын улар йыр -бейеүҙәре аша күрһәтте. Оло йәштәгеләр тәмле сәй табыны артында бер-береһе менән аралашып, күңел асып, бүләктәр алып таралышты.