Һау бул йәйге каникулым!
26 августа 2024
Бына йәмле йәйге каникулдар үтеп тә китте. 23 август бәләкәстәр өсөн клуб майҙанында “Һау бул йәйге каникулым!” тигән күнелле сара үтте. Был көндө, һорап алғандай, ҡояшлы, йылы булыуы менән ҡыуандырҙы. Һорауҙарға яуап биреү, һикереп, йүгереп уйнау ҙа килеште уларға. Командаға бүленеп етеҙлектә, тиҙлектә, тапҡырлыҡта үҙ көстәрен һынанылар. Иң мөһиме, бура һуғыу уйынын өйрәнделәр. Бура һуғыу уйыны, билдәле бер алыҫлыҡтан таяҡ менән 5 буранан төҙөлгән фигураларҙы бәреп сығарыу ярышы. Уйын яҡшы кәйеф һәм дуҫлыҡтың еңеүе менән тамамланды.
