Главная / Направления работы / ЗОЛОТОЙ ВОЗРАСТ / Бөгөн — Халыҡ-ара ололар көнө! Бөгөн — Халыҡ-ара ололар көнө! 2 октября 2026 Бөгөн — Халыҡ-ара ололар көнө! Октябрҙең тәүге көнөндә матур байрам — Халыҡ-ара ололар көнөн билдәләбеҙ. Йылылыҡ һәм ихласлыҡ, хөрмәт һәм мөхәббәт менән һуғарылған был көндә ҡәҙерле кешеләребеҙгә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, рәхмәт һүҙҙәребеҙҙе еткереп концерт ойошторҙоҡ. Земфира Хөбөтдинова, Әнисә һәм Хәлиҙә Мөхәмәтйәновалар, «Ибраҡай таңдары» халыҡ фольклор ансамбле, нәфис һүҙ оҫтаһы Флүрә Насирова ғүмер тураһындағы уйланырлыҡ йыр, шиғырҙар бүләк иттеләр. Концерт номерҙары уйындар менән үрелеп барҙы. Ололар йәшлектәренә ҡайтҡандай уйнанылар, йырҙар йырланылар, бүләктәр алып шатландылар. Бигерәк тә был сарала махсус хәрби операцияла хеҙмәт итеп йөрөгән улдарыбыҙҙың яҡындары булыуы ҡыуандырҙы. Дуҫтарса һөйләшеү, йырлашыу тәмле сәй табыны артында дауам итте. Өлкән быуын кешеләре рәхмәттәр әйтеп, бейешә- бейешә, киләһе йылға ла ошолай осрашырға һүҙ ҡуйышып таралыштылар. Сәләмәтлектә, күңел тыныслығында оҙон-оҙаҡ йылдар яҡындарығыҙға терәк булып, балаларығыҙҙың, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙҙең, бүлә-бүләсәләрегеҙҙең изгелеген күреп, бәхетле ҡартлыҡ кисерергә яҙһын һеҙгә!