Главная / Филиалы / Ибракаевский СДК / Һабантуй - 2026 Һабантуй — 2026 16 июня 2026 «Ибраҡай таңдары» халыҡ ансамбле ҡыҙҙары Якупова Гөлфиә, Габдуллина Лилиә, Мөхәмәтйәнова Хәлиҙә һәм Әнисә «Һабантуй- 2026» байрамын тантаналы асыуҙа, фольклор сығышында ҡатнашты. Шулай уҡ ансамбль сәхнәлә өр- яңы йыр менән сығыш яһаны. Әмин Мөхәмәтйәнов театраллаштырылған тамашала ҡатнашты, концерт өлөшөндә » Толпар атым» йырын башҡарҙы. Гөлшат Хоҙайбирҙина ҡунаҡтарҙы ҡаршы алыуҙа ҡатнашты. Дилара Сафаргалиева, һәр ваҡыттағыса, төп сәхнәлә алыштырғыһыҙ алып барыусы булды. Ҡатнашыусыларҙың һәр береһенә ҙур рәхмәт! Һаулыҡ, ижади уңыштар теләйбеҙ!