• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Встреча с активом волонтерского штаба

20 мая 2026

13 май Аллағыуат ауылы мәҙәниәт йортонда Аллағыуат, Ҡабаҡҡыуыш, Һарайҫа ауыл биламаларе волонтерҙары һәм Старлебаш волонтерҙар штабы етаксеһе Ринат Хөсәйенов, Һарайҫа ауыл биламәһе волонтеры, фермер Көмөшбаев Салауат, «Стәрлебаш шишмәләре» гәзите журналисы Рәйлә Тойғонова менән түңәрәк өҫтәл үткәрелде. Был осрашыуҙға беҙҙең МХОла булган егеттаребеҙга нисек та куберак ярзам курһәтергә тигән маҡсат менән йыйылдыҡ.
Мобилизацияланған егетебеҙ «Айыу» был саранан ситтә ҡалманы, ҙур теләк менән был осрашыуҙа ҡатнашты. Ауыл халҡының уға алып биргән бик кәрәкле тепловизор унын гумерен хаклап алып ҡала. Ул ауылдаштарына зур рахматен еткерә. «Шундай ярзам куберак булган хайын, енеу якынаясак, беззен гумерзар һакланасаҡ. Без ботһәк , контрактҡа барыусы булмаһа , тагы мобилизация буласак бит. Һез теләр инегеҙме, мобилизация булыуын!? — тине «Айыу» .
Һарайҫа ауыл биламәһе волонтеры, фермер Көмөшбаев Салауат үҙ теләге менән МХОлағы егеттәр янына йыш ҡына йөрөп тора һәм аҡсалата ҙур өлөш индерә, хәбәрһеҙ юғалған һалдаттарҙы эҙләргә ярҙам итә. Ул район фермерҙарҙын был иҙге эштә әүҙем ҡатнашыуҙарын һорай.
Осрашыуҙы йомғаҡлап Ринат Йәүҙәт улы: «Киләсәктә лә, бергә , берҙәм булырға әйҙәне. Беҙ ярҙамыбыҙ һәм хәстәрлегебеҙ менән егеттәребеҙҙең рухын күтәрәбеҙ, ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итәбеҙ. Махсус операцияла ҡатнашҡан егеттәребеҙгә ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт» — тине.