Айыҡ ауыл
2 марта 2026
Матур байрамдың беренсе өлөшө булып — милли ризыҡтар күргәҙмәһе торҙо. Милләтебеҙҙең йөҙө булған файҙалы ризыҡты бер ни менән дә алыштырып булмай.
Бында райондың Табылды, Аллағыуат, Ҡарағош, Ҡабаҡуш, Ибраҡай, Бузат ауылы ижади коллективтары ҡунаҡтарҙы тәбрикләне. Был күргәҙмәлә ниндәй төр ризыҡ юҡ ине икән?!
Хатта ауылыбыҙ оҫтабикәһе Земфира Байгузина «Айыҡ ауыл» логотибы менән торт та бешереп килтергән ине.
Башҡорт, рус, татар, сыуаш халҡы ризыҡтарынан өҫтәлдәр һығылып тора ине.
«Милли ризыҡ тәнгә шифа» тиҙәр. Ысынлап та ата- бабаларҙан килгән милли ризыҡтар исемлеге артҡандан — арта. Хәҙерге барлыҡ заманында уны тағы ла төрләндереп, матурлап, семәрләп бешереүсе оҫталарыбыҙ күбәйгәндән күбәйә.
Афариндар!Байрамыбыҙҙың күрке булдығыҙ һеҙ!
