• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Йәшлек бит ул бер генә

3 июля 2024

Йәшлек бит ул, йәшлек бит ул Йәшлек бит ул бер генә,
Йәш саҡтарҙың ҡәҙерҙәре
Олоғайғас шул, беленә…
Йәшлек бит аҡҡан һыуҙай, иҫкән елдәй елеп үтә лә китә. Ә йәшлектә барыһына ла өлгөрөп тә ҡалаһы килә, төплө белем дә алып өлгөрөргә кәрәк, шул уҡ ваҡытта матур ял да итеп алырға кәрәк. Шундай матур ялды беҙ Аллағыуат ауылы мәҙәниәт йортонда ойошторҙоҡ. Ауылыбыҙҙың барлыҡ йәштәре рәхәтләнеп ял итеп, төрлө уйындарҙа ҡатнаштылар, күңел асты, бигерәк тә күңелле бейеүҙәр күңелдәренә хуш килде.
Барлыҡ хыялдарығыҙ, иң ҡыйыу пландарығыҙ тормошҡа ашһын. Уңыштар, һаулыҡ, мөхәббәт һәм именлек һеҙгә!