Май миндеге — иң шифалыһы, тиҙәр
29 мая 2024
Май миндеге — иң шифалыһы, тиҙәр.
Халыҡта “май миндеге — иң шифалыһы” тигән инаныу йәшәй. Уны иҫкесә июнь башланғансы әҙерләргә кәрәк. Ҡайын миндеген бер аҙ һуңыраҡ та мөмкин, ул саҡта япраҡтары нығыраҡ, тығыҙыраҡ була.
Ҡайын миндеге быуындар ауыртыуынан, ауыр эштән һуң һыҙланғанда бигерәк тә файҙалы. Ул тирене таҙарта, кешене тынысландыра, кәйефте күтәрә. Яңы йәш япраҡтан бәйләнгән миндектең еҫе бар мунсаға тарала, бөтөн тәнеңде сихәтләндерә. Уны бешергән һыу менән сайҡатһаң, сәс нығына, ҡауаҡ бөтә, тиҙәр.
Миндеккә мәтрүшкә, ҡарағат һәм муйыл япраҡтарын да ҡушып ебәрергә мөмкин. Ҡышҡы һыуыҡта улар тәнегеҙгә сихәт, шифа ғына биреп ҡалмаҫ, ә мунсағыҙ йәйге мәлде хәтерләтеп, тәмле еҫтәргә күмелер.
Шулайтып ауылыбыҙҙың апайҙары һәм инәйҙәре май айының хуш еҫле миндек байрамына йыйылдылар.
Йәй көнө, һис шикһеҙ, яңы бәйләнгән миндек менән сабыныу файҙалы, уларҙа витаминдар, файҙалы матдәләр, фитонцидтар күп була. Берәүҙәре тынысландыра, ярһыуҙы баҫа, йоҡоно яйға һала, икенселәре, киреһенсә, тәнде «уятып» ебәрә, көс-дәрт өҫтәй. Үҙегеҙгә нимәнең нисек йоғонто яһағанын күҙәтеп, ҡышҡылыҡҡа әҙерләп ҡуйыу яҡшы.
