• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Ауылға ҡыҙҙар ҡайтты

17 сентября 2026

Настоящее единение с малой родиной на празднике «Ҡыҙҙар ҡайтты ауылға» в селе Табулды. Табулдинская земля тепло приняла своих дочерей — успешных состоявшихся женщин, которые выросли здесь.
#Стәрлебаш_дуҫтарын_сәләмләй

Тыуған ауылына байрамға ҡайтҡан ҡыҙҙарҙан бөркөлгән нур, йылылыҡ менән Табылды ауылы был көндө ҡояштай балҡыны.Хатта ел дә уларҙың яңғырауыҡлы тауыштарын һәм урамдар буйлап таралған көлөүҙәрен тыңлар өсөн тынғандай тойолдо. Сөнки ауылыбыҙ
» Ауылға ҡыҙҙар ҡайтты» байрамына үҙенең төрлө тарафтарға таралған ҡыҙҙарын йыйҙы.
Ауылыбыҙ , тыуған ерен һағынып ҡайтҡан ҡыҙҙарын ихлас,ҡолас йәйеп ҡаршы алды. Быны таҙа урамдар,Һәр ҡоймалағы төрлө төҫтәге шарҙар һәм флагтар дәлилләне, был күренеш ауылыбыҙҙы әкиәттәге бала саҡ иленә әйләндерҙе.
Программаның беренсе өлөшөндә «Һәр урам ҡыҙҙарының парады» тора ине. Ауыл осондағы мәсеттән ,фатиха алғандай, парад шул урындан башланды.
Плакаттар һәм транспаранттар тотҡан һәр урам ҡыҙҙары колонна менән теҙелеп тыуған ауыл урамы буйлап үттеләр һәм әллә ҡайҙан төтөнлө самауырҙары тирмәләр, ҙур ҡаҙанда хуш еҫле былау менән үҙенә саҡырып торған урам сәхнәһенә йыйылдылар.
Байрамды тантаналы асҡандан һуң Күндерәк ауыл хакимиәте башлығы Земфира Мөнир ҡыҙы Ишембитова байрам менән тәбрикләне һәм
» Ағинәйҙәр» фольклор төркөмөнә бүләк тапшырҙы.Шулай уҡ байрамыбыҙ ҡунағы ауылдашыбыҙ район мәҙәниәт йорто етәксеһе, депутатыбыҙ Венера Нуриян ҡыҙы Латыпова ҡотлап телмәр тотто һәм ауыл мәҙәниәт йортона үҙенең бүләген тапшырып үтте.
Байрамда ауылдың ин оло ҡыҙы Мәҙинә Янғол ҡыҙы Ғайсароваға һәм иң йәш ҡыҙы Азалия Мөхәмәтйәноваға бүләк тапшырылды.Байрамда улдары яуҙа булған әсәйҙәр ҙә бар ине уларға сабырлыҡ ,һаулыҡ теләп йыр бүләк ителде.
Унан инде көн тәртибенең киләһе өлөшө : урам ҡыҙҙарына һүҙ бирелде.
Ҡыҙҙар береһенән — береһе уҙҙырып бик матур әҙерләнгәндәр. Уларҙың сығышында тыуған ерҙәренә булған һөйөү, һағыш сағыла ине. Салауат Юлаев урамы ҡыҙы Гөлназ Рәсүл ҡыҙы Вахитова байрам буласағын ишеткәс
» Табылдым» исемле йыр яҙҙыртып, ауылдаштарын өр — яңы йыр менән шатландырҙы.Салауат Юлаев урамында яҡынса 103, Төбәк урамында 24, Тау урамында 42, Комсомол урамында 24 ҡыҙ иҫәпләнелә. Ошо ҡыҙҙар араһында төрлө дәүләт наградаларына эйә булған, һайлаған һөнәрҙәре буйынса дан ҡаҙанғандары ла етерлек. Улар араһында атҡаҙанған уҡытыусылар, табиптар, еңел сәнәғәт, төҙөлөш өлкәһендә юғары исемдәргә лайыҡлылар бар.Әлбиттә был яҡынса һандар,барыһы ла ҡайта алманы, ләкин улар байрамға үҙҙҙоенең ҡайнар сәләмдәрен, ярҙамын ебәрҙеләр.
Унан урындағы һәүәҫкәр әртистәр ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотлап сығыш яһанылар.
Был көндә оло йәштәге инәй-өлөсәйҙәр ҙә, зыҡ ҡубып уйнаған йәш ҡыҙҙар ҙа бүләкһеҙ ҡалманы. Хәйер, бүләктәме ней эш?!Осрашыуҙар, аралашыуҙар, бала саҡ хәтирәләре һәр кемгә ҡәҙерлерәк ине. Ысын мәғәнәһендә күңел байрамы булды ул көн. Байрам барышында теләгәндәр мул табынлы тирмәлә хуш еҫле сәй һәм тәмле былау менән һыйланды.
Тәбиғәт тә ҡыҙҙарыбыҙға ҙур бүләк эшләне: көн торошо шундай матур булды. Ҡыҙҙарҙың байрам урынынан таралышаһы ла килмәй ине. Ләкин уларҙы тыуған яҡтарының тауҙары, яландары , бала саҡ хәтирәләрен яңыртыу өсөн көтә ине.
Көнө буйы барған байрам кискелек ритайым менән тамамланды. Барыһы ла үткәрелгән саранан бик ҡәнәғәт булып, ауылдың һәм ситтән килгәндәрҙең йыр-бейеүгә маһир таланттарының бай концертынан рухи ял алып, именлектә, тыныслыҡта тағы ла осрашырға насип булыуын теләп таралыштылар. Ошо байрамда ҡатнашҡан, ярҙам иткән һәр кемгә ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Тыуған ерҙән көс, дәрт, илһам алырҙай бындай байрамдар бик кәрәк. Илебеҙ тынысланып тағы ла ошондай рухи аҙыҡ алырҙай байрамдарҙа осрашырға яҙһын!