• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Балалар йәрминкәһе

17 августа 2026

Был көнгә балалар алдан уҡ әҙерләнә башланылар, түҙемһеҙлек менән көттөләр. Көткән көн килеп етте. Иртән иртүк, матур итеп кейенеп, балалар әсәләре, өләсәләре менән Ибраҡай мәҙәниәт йорто эргәһенә йыйыла башланы. Ауыл халҡы ла ағылды. Баҙарҙа нимә генә юҡ!? Балалар әсәләре менән тырышып ҡоймаҡ, кекс, торт, сәк- сәк, пицца, печеньелар әҙерләгән. Ә бына Наҙгөл Алсынова футболкалар, күлдәктәргә биҙәктәр һалып алып сыҡҡан, Рәиль Ғәлиев — 3д принтеры менән брелоктар, вазалар эшләгән, Эвелина Миннигалина — бисерҙан браслеттар, мәрйендәр, брелоктар һатып кинәнде, Әмин Мөхәмәтйәнов менән Искәндәр Алсынов селек һеперткеләре бәйләгән, Нурислам һәм Камила Янтилиндар, Арслан һәм Самина Ахметовтар тиҙ арала туңдырма һаттылар. Балалар һатып байтаҡ аҡса эшләне, үҙҙәре лә бер- береһен күтәремләп бер- береһенән тәмлекәстәр һатып алып тамаҡтарын туйҙырҙылар. Йәрминкә аҙағына Самиға Ғәлиеваның самауыры гөжләп ҡайнап сыҡты, уның тәмле ҡоймағы менән барлыҡ йыйылыусылар баллап сәй эстеләр. Балалар өсөн был байрамды үткәрергә Гөлназ Ғәлиева (Хусаинова) тәҡдим итте. Байрам уңышлы килеп сыҡты. Барлыҡ ҡатнашыусыларға ла, һатып алыусыларға ла ҙур рәхмәт!