• Контакты
БАШКОРТОСТАН РЕСПУБЛИКАҺЫ СТӘРЛЕБАШ РАЙОНЫ МУНИЦИПАЛЬ РАЙОНЫНЫҢ РАЙОН
МӘҘӘНИӘТ ЙОРТО
РАЙОННЫЙ ДОМ КУЛЬТУРЫ МУНИЦИПАЛЬНОГО РАЙОНА СТЕРЛИБАШЕВСКИЙ РАЙОН РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН

Ватанды һаҡлаусыларға

9 мая 2026

Еңеү көнөндә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре , Күндрәк ауыл хакимиәте һәм ауыл халҡы Ватаныбыҙҙың азатлығы һәм бойондороҡһоҙлоғо өсөн көрәшкән геройҙарына тәрән рәхмәт белдереү һәм мәңгеләштереү өсөн «Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай… » исемле тантаналы митингҡа йыйылды. Быйыл беҙ Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығын билдәләнек. Ваҡыт үтә, донъяға яңы быуындар килә. Һәр үткән йыл беҙҙе ,1418 көн дауам иткән Бөйөк Ватан һуғышынан алыҫлаштыра. Әммә был дәһшәтле йылдар тураһында онотоу мөмкин түгел.Бөгөнгө тантаналы митингты Ватанды һаҡлаусыларға, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, Украинала хәрби бурысын намыҫ менән үтәгән һалдаттарға арнаныҡ. Сараның тантаналы өлөшөндә Ауыл биләмәһе башлығы Земфира Мөнир ҡыҙы Ишембетованың ҡотлауы , элекке тарих уҡытыусыһы,музей етәксеһе Радмир Мөхтәр улы Вахитов , бөгөнгө матур тормош өсөн башын һалған ауылдаштарыбыҙ исемлеген уҡып , яуҙа һәләк булғандарҙың яҡты иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителеп,ауылыбыҙ имамы Наиль Мөхтәр улы Абдрахманов аят бағышланы. Урындағы үҙешмәкәр әртистәр башҡарыуында әҙәби — музыкаль сығыш күрһәтелде. Ерҙә һәр ваҡыт тыныслыҡ булһын. Күк йөҙөн ҡара болоттар ҡапламаһын,ҡояш үҙенең наҙлы,шифалы,йылы нурҙарын һибеп,беҙҙе ҡыуандырһын. Ир-егеттәребеҙ иҫән-һау тыуған ерҙәренә,ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһындар.