Тормош ул- театр
30 марта 2026
27 март- халыҡ- ара театр көнө. Тормош ул- театр, а кешелар унда актерҙар, тиҙәр. Әммә театр ул- үҙе бер тормош. Халыҡ -ара театр көнө уңайынан Иҫке Ҡалҡаш ауыл мәҙәниәт йортона 27 йыл ғүмер юлын бағышлаған Гайфуллина Минегөл Сирай ҡыҙын һәм уның менән бик күп йылдар иңгә-иң терәшеп бергә эшләгән Басырова Зифа Хәләф ҡыҙын ҡотларға саҡырҙыҡ. Миңлегөл Сирай ҡыҙы һөнәре буйынса- режиссер ҡуйыусы. Бөгөн ул беҙгә театр тормошо тураһында һөйләне. «Клубҡа яратҡан эшемә ашҡынып барҙым. Уны икенсе өйөмдәй яҡын күрҙем»тине.Беҙ уның менән «Әсәләр көтәләр улдарын», «Ҡыҙ урлау» пьесалары буйынса ысын артистар булып сығыш яһап ҡараныҡ. Зифа Хәләф ҡыҙы китапхана буйынса кәңәштәр бирҙе. Ошондай остаздар булғанда беҙгә лә эшләүе еңелерәк булыр тип ышанабыҙ.
